Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төбәк эшҡыуарҙарына яңы мөмкинлектәргә юл асыла

Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһы республиканың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы менән берлектә «Мурабаха»ның яңы продуктын сығара. Был ағымдағы йылдың 1 октябрендә төбәктең эшҡыуарлыҡҡа ярҙам институттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында төҙөлгән килешеү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Рәсәй банкы пилот проектын көйләүсе булып сығыш яһай. - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам саралары исемлеген киңәйтеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Был башланғыс төбәк бизнесы өсөн яңы мөмкинлектәр бирә, эшҡыуарҙарға кәрәкле активтарҙы ябайлаштырып һәм отошло һатып алырға мөмкинлек бирә, - тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. «Мурабаха» тип ислам донъяһында алдан килешелгән хаҡ менән финанс килешеүен атайҙар. Ошондай килешеү барышында Төбәк лизинг компанияһы эшҡыуар күрһәткән мөлкәтте уға бүлеп түләү шарты менән һатыу өсөн һатып ала. Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.