“Сәхипьямал" Башҡортостан татар ҡатын-ҡыҙҙарының ижтимағи ойошмаһының почетлы ағзаһы, мәғариф ветераны Флүсә Назарғолова 70 йәшлек юбилейы уңайынан парапланда осҡан. – Һәр кемдең күңелендә бала саҡтан уҡ ҡоштар осҡан бейеклеккә күтәрелеү теләге һаҡланалыр ул. Был теләк, әгәр үтәлмәгән булһа, тағы ла көсәйә бара. Ул бигерәк тә ғүмер юлыңдың түңәрәк даталарына килеп етеп, уҙған юлыңа күҙ һалғанда, әле яуланмаған үрҙәр булып, күңел ҡуҙын дөрләтә башлый. Йәш саҡта күңел үҙе һәр саҡ осошта була бит ул. Ә бына хәҙер, етмешкә еткәндә, күңел осошон нисек булдырырға? Бына шуның өсөн дә мин парапланда осоп ҡараным. Йәшәгән еребеҙ иҫ киткес матур, төҙөк, йәмле. Ошо хозур ләззәтте юғалтмайынса осорға ла осорға... Осҡан һайын бейегерәк күтәрелге, уйнаҡлап-ҡыйғыслап боролоштар яһағы килә. Шул халәттә Аллаһы Тәғәләнән өмөттәргә юл асыуын теләп, доғалар уҡыйһың, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Флүсә Сөләймән ҡыҙы. Фото һәм видео: Флүсә Назарғолованың шәхси архивынан.