Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ирекмәндәрҙән көс-дәрт алып ҡайттым”

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов социаль селтәрҙә Урал ауылы ирекмәндәренән яңы аҙнаға ниндәй ҙур көс-дәрт алыуын һөйөнөп уртаҡлашҡан. “Ҡаҡса кәүҙәле, шул уҡ ваҡытта көслө ихтыярлы өлкәндәр ҙур булмаған цехта 1500-гә яҡын окоп шәме етештерҙе, йөҙ маскировка селтәре үрҙе, йөҙҙән ашыу ойоҡбаш бәйләне, йөҙәрләгән ҡоро душ тупланы. Улар яҡташтарыбыҙ өсөн исемле посылкалар әҙерләй һәм госпиталдәр өсөн ярҙам оҙата. Ирекмәндәрҙең яугирҙәргә ярҙам итеү теләге ҙур. Район етәксеһе Әлфир Сабиров менән ирекмәндәрҙең хәлен белешергә килдек, рәхәтләнеп әңгәмәләштек, күңелде бушаттыҡ. Ошо ғәжәп матур күңелле, миһырбанлы кешеләр арҡаһында яугирҙәребеҙ үҙҙәренең яңғыҙ булмауҙарын, уларҙың артында тотош ил тороуын аңлай”. Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon