Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәр эшкә өйрәнә

Йыл башынан республиканың 159 эш биреүсеһе үҙҙәренең компанияларына стажировкаға юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусы 300-гә яҡын йәш белгесте ҡабул иткән. Сара Башҡортостанда 2009 йылдан алып тормошҡа ашырыла һәм йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеүҙең һөҙөмтәле механизмдарының береһе - «Демография» милли проектының төп бурысы булып тора. Был ваҡыт эсендә 16,5 меңдән ашыу йәш белгес дәүләт ярҙамында кәрәкле практик тәжрибә алды, ә ҡатнашыусы предприятиелар үҙаллы кадрҙар резервын ойоштора алды. 2022 йылда республикабыҙҙың тәжрибәһен башҡа төбәктәргә таратырға тәҡдим ителгән. - Быйыл һөнәри белем биреү ойошмаларын тамамлаусыларҙың эшкә урынлашыу кимәле былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда юғарыраҡ – 85 процент, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова. Ағымдағы йылда сығарылыш уҡыусыларының стажировкаһына ҡаралған 18 миллион һумдың 17 миллион һумға тиң өлөшөнә килешеү төҙөлгән дә инде, сумманың 9 миллион һумдан ашыуы эш биреүселәргә йүнәлтелгән. Сығарылыш студенттарына стажировка үткәреү программаһында республиканың Белорет металлургия комбинаты, Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе, Нефтекама махсус техника эшләү заводы, «Микроген» фәнни-производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәте филиалы, «Иммунопрепарат» кеүек эре эш биреүселәре, шулай уҡ коммерция ойошмалары, муниципаль һәм дәүләт унитар предприятиелары һәм 50-нән ашыу шәхси эшҡыуар ҡатнаша. Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.