Гөрләп торған баҡса эштәре финиш һыҙығына сыға – баҡсасылар ошо айҙа һуңғы мәшәҡәттәрҙе теүәлләп, ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләй, киләһе уңышты хәстәрләй. Бөрө ҡалаһынан тәжрибәле баҡсасы Рөстәм Урманов бына ниндәй кәңәштәр бирә. Тупраҡтағы дым запасының күплеге емеш культураларын ҡыш көнө өшөүҙән һаҡлай. Ағастарға күпме һыу һибергә кәрәк? Оло йәштәге алма һәм грушаға – 20 – 30, сейә һәм сливаға – 10 – 15, ҡурай еләге һәм ҡарағаттың бер квадрат метрға тиң майҙанына биш-алты биҙрә һыу кәрәк. Йәшерәк ағастарға, әлбиттә, аҙыраҡ талап ителә. Көҙҙөң ямғырлы булыу-булмауын да иҫәпкә алығыҙ. Ашлайбыҙ Ағас һәм ҡыуаҡтарҙы органик һәм фосфор-калийлы ашламалар менән туҡландырабыҙ. Еләктең бер квадрат метрына яҡынса 30 – 60 грамм минераль ашлама йәки көл һибергә. Ер ҡаҙабыҙ Ерҙе көрәк менән түгел, һәнәк менән ҡаҙыу яҡшыраҡ. Был осраҡта өҫкө ҡатламдағы тамырҙар, айырыуса еләк ҡыуаҡлыҡтары ныҡ зыян күрмәй. Ҡурай еләгенең тупрағы йыл дауамында, шул иҫәптән көҙ көнө лә ҡаҙылмай. Уны бер аҙ йомша