2025 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу компанияһы осоронда Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина”Республика Башҡортостан” Нәшриәте йорто башланғысы менән булдырылған “Изге подписка” акцияһына ҡушылды. Муниципалитет етәксеһе Стәрлетамаҡ районының “Сельские Нивы” гәзитен махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙең ата-әсәһенә яҙҙырҙы. “Изге подписка” эстафетаһын Рита Сәмиғуллина Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғүмәровҡа һәм Стәрлетамаҡ районы советы депутаты Гүзәл Фәхретдиноваға тапшырҙы. Район башлығы әйтеүенсә, райондың иҡтисади, социаль һәм мәҙәни тормошо, халыҡтың проблемалары, ҡаҙаныштары тураһында гәзит аша даими таныша барыу мөһим. Сығанаҡ: “Сельские Нивы”.