Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Башҡорт теле дәресе ҡасан була?”

“Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсында ҡатнашыусылар – үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған изге һөнәр эйәләре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Киләһе бәйгесебеҙ – Ҡалтасы районы Краснохолм 3-сө урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әбсәләмова Светлана Мәғфүр ҡыҙы. Светлана Мәғфүр ҡыҙы республикабыҙҙың матур төйәгендә – Миәкә районының Йәнәби ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, 1997 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында уҡыуын дауам итә. 1998-1999 йылдарҙа Туймазы ҡалаһының 2-се мәктәбендә башланғыс кластарҙа башҡорт теле уҡытыусыһы булып эш башлай. 2000 йылда, кейәүгә сығыу сәбәпле, Баймаҡ районына күсеп, Түбә һәм Иҫән мәктәптәрендә һөнәре буйынса эшләй. – 2007 йылда, БР Мәғариф министрлығының юлламаһы буйынса, ғаиләбеҙ менән Ҡалтасы районына күсеп килдек. Бына инде 17 йыл Краснохолмск ауылының 3-сө мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы булып эшләп йөрөйөм, – ти Светлана Мәғфүр ҡыҙы. Конкурсантыбыҙ – уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе. Уның әсәһе лә уҡытыусы, ул рус теле һәм әҙәбиәте филологияһын тамамлаған. – Бәләкәй саҡтан мине дәрестәренә алып йөрөр ине, шул тиклем ҡыҙығып тыңлай торғайным. Был һөнәргә ынтылыш, һөйөү шул ваҡыттарҙа уҡ ярала башлағандыр инде. Эшемде бик яратам, балаларҙың дәрестә ҡыҙығып тыңлауы, әүҙем эшләүе, «Башҡорт теле дәресе ҡасан була?» - тип арттан ҡалмай йөрөүе күңелгә йылылыҡ бирә, – ти уҡытыусы. Еңел булмаған, тынғыһыҙ эшен аңлап, дәрт, көс өҫтәп торған ғаиләһенә лә ҙур рәхмәтле ул. Тормош иптәше Иҙел Мөхәмәт улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп бына инде 24 йыл бергә атлайҙар. Әбсәләмовтарҙың татыу ғаиләһендә өс ул үҫкән: өлкән улдары Ғайсар – нефтсе, уртансылары Байрас ашнаҡсы һөнәренә эйә булып, матур итеп эшләп йөрөй. Кинйәкәйҙәре Илназ әле 3-сө класта уҡый. Тормош иптәше Иҙел әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла. Ул мөмкинлеге булған һайын ғаиләһенең хәлен белешеп, ҡулынан килгәнсе ярҙам итеп, кәңәштәрен биреп тора. Светлана Мәғфүр ҡыҙы йырларға, бейергә, ҡул эштәре менән булышырға, китап уҡырға ярата. Ауылдағы “Йәшлек” фольклор ансамблендә шөғөлләнә. Тырыш, бар яҡтан килгән уҡытыусыға эшендә уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Фотолар С.М. Әбсәләмованың шәхси альбомынан.