Найти тему
Башҡортостан гәзите

Биш километр юл яңыртылды

Иглин районындағы Өфө - Охлебинин трассаһы участкаһы ремонтланған. Уны “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә яңырттылар, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Төҙөүселәр биш километр оҙонлоғондағы юлды яңыртты. Ул Орондо һәм Ҡарамалы ауылдары араһында урынлашҡан. Эшселәр асфальт һәм бетон япманы яңыртты, юл ситтәрен ремонтланы, шулай уҡ юл билдәләрен һыҙҙы. Яҡын арала объект ҡабул ителер тип көтөлә һәм унан һуң объект сафҡа инәсәк. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакованың хәбәр итеүенсә, районда торлаҡ төҙөлөш әүҙем бара. Өфө - Охлебинин юлы иһә мөһим транспорт звеноһы булып тора, сөнки Өфөнө Иглин районы ауылдары менән бәйләй. Бынан тьыш, туристар Охлибинин мәмерйәһенә бара ала. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) ил юлдарын хәүефһеҙ һәм уңайлы итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Милли проекттың төп маҡсаты – 2030 йылға юл-транспорт фажиғәләрендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға – 100 мең кешенән дүртәүгә тиклем кәметеү. Милли проекттар 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ, фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.