1 октябрҙән Аҡмулла университетында “Мультироторлы пилотһыҙ осоу аппараттары белгесе һәм операторы” квалификация күтәреү программаһы старт алды. Программаны тыңлаусылар - 50 кеше. Улар – Аҡмулла университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге вәкилдәре. Селтәрле программаны Аҡмулла университеты һәм БР Фәнни-мәғариф үҙәге идара итеүсе компанияһы тормошҡа ашыра. Программаның маҡсаты – “30 килограмм һәм унан кәмерәк пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу буйынса белгес” профессиональ стандартына ярашлы, тыңлаусыларҙа профессиональ эшмәкәрлекте үтәү өсөн кәрәкле яңы профессиональ компетенциялар булдырыу. Программа тыңлаусылары менән аралашырға “БР Фәнни-белем биреү үҙәге идара итеүсе компанияһы” директоры Наталия Латипова һәм “Пилотһыҙ берләшкән технологиялар” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Марс Әминев килде. Наталия Латипова билдәләүенсә, бөгөн пилотһыҙ аппараттар төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән фәндә, карбон полигондарында, агросекторҙа, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында файҙаланыла. – Һәм, әлбиттә, был өлкәләр көндән-көн киңәйәсәк. Шуға күрә пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итә алырлыҡ белгестәр әҙерләү мөһим. Бөгөн бында Аҡмулла университетының өҫтәмә квалификация алырға һәм һуңынан балаларҙы ошо оҫталыҡҡа өйрәтергә теләгән байтаҡ студенттары бар, һеҙ уларға пилотһыҙ авиация донъяһына юл асырһығыҙ. Был йыйылма команда һуңғыһы түгелдер тип ышанам, - тип билдәләне ул. Программа сиктәрендә мультироторлы осоу аппараттарын йыйыу, көйләү һәм файҙаланыу буйынса компетенциялар, симуляторҙа эшләүҙән башлап практик осоштарға тиклем осоу күнекмәләре булдырыласаҡ. Программа университеттарҙы һәм ғилми структураларҙы берләштерә, уны әҙерләүҙә Өфө Фән һәм технологиялар университеты һәм Өфө радиоэлектроника колледжы ҡатнашты. “Пилотһыҙ берләшкән технологиялар” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Марс Әминев предприятиеның милли проект сиктәрендә эшләүен билдәләне. Уның маҡсаты - 2030 йылға бер миллиондан ашыу белгесте уҡытыу. – Пилотһыҙ технологиялар – ул киләсәк. 15 йыл элек смартфондар бөгөнгөләй файҙаланылманы. 10 йылдан дрондар аҙыҡ-түлек, кейем-һалым килтерәсәк, көндәлек тормошта киң ҡулланыласаҡ. Шулай уҡ әлеге ваҡытта ғилми-етештереү үҙәген төҙөйбөҙ, унда юғары технологиялар технопаркы буласаҡ. Уңыштар теләйем һәм һеҙҙе үҙебеҙҙең предприятиела күреүемә шатмын, – тип мөрәжәғәт итте тыңлаусыларға Марс Мирсәйет улы. Программа көндөҙгө бүлектә, дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланып, Аҡмулла университетының электрон майҙансығында бойомға ашырыла. Дөйөм эш һыйҙырышлылығы 104 сәғәт тәшкил итә. Программала – бөтә тыңлаусыларға үҙләштереү өсөн бер мотлаҡ һәм һайлау өсөн өс модуль. Тыңлаусылар пилотһыҙ осоу аппараттарын хеҙмәтләндереү һәм пилотлау нигеҙҙәренә, СОЕХ квадрокоптерын хеҙмәтләндереү нигеҙҙәренә, FPV дрондарын пилотлау, шулай уҡ үҙ аллы эш күҙ уңында тотола. Программа сиктәрендә ғәмәли дәрестәрҙең 80 проценты ҡаралған, шул иҫәптән Аҡмулла университетының “Сәлих” социаль-мәғариф үҙәгенә һәм Пилотһыҙ авиация системалары кадрҙарын әҙерләү үҙәгенә барып, осоштарҙы эшкәртеү буйынса. Сара ҡунаҡтары шулай уҡ В.А. Садовничий исемендәге Кванториум менән танышты. Фото: Аҡмулла университеты.