Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хакимиәт проектты хупланы

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Стәрлебаш районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында сираттағы кәңәшмә үтте. “Өмөтлө ҡулдар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бына инде һигеҙ йылдан ашыу пенсионерҙарҙы ҡарау һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә улар өлкән йәштәгеләр өсөн яңы пансионат асыу буйынса үҙ проектын тәҡдим итте. Ярҙам сифатында эшҡыуарҙар башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн бина һораған. Был проект Стәрлебаш районы хакимиәте башлығында хуплау тапты. Ултырыш барышында эшҡыуарҙарға ике бина тәҡдим ителде, шулай уҡ уларҙы бер көн эсендә күрһәтеүҙе ойоштороу һәм “берҙәм тәҙрә” режимында проектты оҙатып барыу бурысы ҡуйылды. "Хөрмәтле бизнесмендар һәм эшҡыуарҙар рәтен тулыландырырға теләүселәр! Һеҙҙе бизнесты алып барғанда килеп тыуған ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн хакимиәткә саҡырабыҙ. “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” эшҡыуарҙың власть менән үҙ-ара эшмәкәрлеген яйға һала һәм эшҡыуарҙарҙың килеп тыуған мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итергә ярҙам итә”, – тип билдәләне Стәрлебаш районының бизнес-шерифы Айнур Юнысов. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Стерлебаш районы хакимиәте.