Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йылы көндәргә оҙаҡ ҡыуанып та өлгөрмәнек

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәрттеләр. Бөгөн, 20 сентябрҙә Башҡортостан буйынса йәшен йәшнәүе, көньяҡ райондарҙа 2 градусҡаса ҡырау төшөүе, автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмейәсәк. Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, йома аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, айырым райондарҙа йәшен. Ел көнбайыштан секундына 8-13 метр. Һауа температураһы төндә 5, 10 градус, республиканың көньяҡ райондарында һауала һәм тупраҡ өҫтәндә ҡырау төшә, 0, -2-ҡаса һыуыта, көндөҙ 15, 20 градус. Фото: "Уфа1".