Найти тему
Журнал "Шонкар"  

“Әсәй!” тип өндәшһәм, яраймы?

Ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған кешеләргә һоҡланып ҡарайым. Ундай аҙымға барырға һәр кем баҙнат итмәй, сөнки киң күңеллелек, сабырлыҡ кеүек сифаттар һәр кемдә бер төрлө түгел. Ҡала ситендә шәхси йортта йәшәгән Ғәлиәхмәтовтар дүрт баланы тәрбиәгә алған .

Берҙән-бер ҡыҙҙары Нурсинәгә 18 йәше тулып, уҡырға киткәс, күңеле болоҡһоп ҡалған Зилә Нәбиулла ҡыҙы һағышлана башлай. Нисек болоҡһомаҫҡа инде: хужабикә үҙе лә 10 балалы ғаиләлә үҫкән, сығышы менән Ғафури районынан тормош иптәше Әхиәр Әсҡәт улы ла 9 бала тәрбиәләнгән күп балалы ғаиләнән. Башта прокуратурала - курьер, һуңғараҡ приютҡа эшкә төшкәс, ханым ҡасандыр нәҙер итеп әйткән һүҙен тормошҡа ашыра.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Мәләүез ҡалаһы