Былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Кушнаренко үҙәк район дауаханаһына яңы фиброколоноскоп алынғайны. Ошо ваҡыт эсендә заманса аппаратта йөҙҙән ашыу пациент тикшереү үтте. Ҡорамал эсәклектең лайлалы тиресәһен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Ул үҙ ваҡытында төрлө хәүефле сирҙәрҙе асыҡларға ярҙам итә, шул иҫәптән полиптарҙы, тура эсәк яман шештәрен асыҡлай. Тикшереү үтеү өсөн төп сәбәптәрҙең береһе – өлкәндәрҙә гемоглобиндың кинәт кәмеүе, йыуан эсәктә шеш булыуына шик тыуыуы һәм ашҡаҙан-эсәктән ҡан килеүе. Тикшереүҙәр медицина күрһәтмәһе һәм диспансерлаштырыуға ярашлы үткәрелә. Табип-эндоскопист Фәнил Фазлыевтың әйтеүенсә, колоноскопия йыуан эсәктәге яман шештәрҙе ваҡытында асыҡлауҙа мөһим роль уйнай, сөнки был сир онкология ауырыуҙарының агрессив формаларының береһе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормо