Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе

Әүҙемселәр һәм студент үҙидаралығы лидерҙары дәүләт хеҙмәтенә бара аламы, тип ҡыҙыҡһынды йәштәр. Республика Башлығы, дәүләт хеҙмәтенә иң кәмендә өс йыл хеҙмәт стажы булған белгестәр ҡабул ителә, тип асыҡланы. “Анкеталарҙа дәғүәселәр өҫтәмә мәғлүмәтте лә яҙа, мәҫәлән, студсоветта булыу тураһында. Был уның әүҙем тормош позицияһы тураһында һөйләй. Эш биреүсе был мәлде күҙ уңынан ысҡындырмай, әлбиттә”, – тине ул. АҠШ-тағы һайлау алды кампанияһы менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы, тигәнгә Радий Хәбиров, туған республикамдың хәстәрҙәре мине нығыраҡ борсой, тип яуап бирҙе. Бер һорауға яуап биргәнендә республика етәксеһе, 2022 йылдың февралендә махсус хәрби операция башланғанға тиклем ул, башҡа өлкәндәр кеүек үк, йәштәр тураһында икенсе төрлө фекерҙә булғаны хаҡында әйтте. Хәҙер инде уны ҡырҡа үҙгәрткәнен белдерҙе. – Һеҙҙең тиҫтерҙәрегеҙ бөгөн Бөйөк Ватан һуғышындағы олаталары ише батырлыҡ күрһәтә, хәрби бурыстарын намыҫ һәм ҡыйыулыҡ менән үтәй, – тине Р. Хәбиров. – Һеҙ аҡыллыраҡ та, етеҙерәк тә, тип иҫәпләйем. Әммә һеҙгә ауырыраҡ, сөнки кире мәғлүмәт күп. Башҡортостан Башлығы йәштәргә студент йылдарын файҙалы, аҡыллы итеп үткәрергә кәрәк, тигән кәңәшен дә бирҙе. – Был һеҙҙең сәскә атыу осоро, хәсрәтһеҙ ваҡытығыҙ, әммә уны бушҡа үткәрһәгеҙ, аҙаҡтан үкендерәсәк. Иң беренсе, яҡшы уҡырға кәрәк. Спорт, ижад менән шөғөлләнһәгеҙ, ғаилә ҡорһағыҙ, быға ғүмерегеҙ буйы ҡыуанырһығыҙ ғына. Бынан да ғәжәберәк һәм матурыраҡ ваҡыт башҡаса булмай, ышанығыҙ, – тине ул. Студенттарҙы хеҙмәт баҙарында йәш белгестәргә мохтажлыҡ мәсьәләһе лә ҡыҙыҡһындырҙы. Республика етәксеһе, беҙҙә эшһеҙлек иң түбән кимәлдә, тип билдәләне. Ә күп предприятиеларҙа эшселәр, белгестәр етешмәй. Радий Хәбиров шулай уҡ вузды тамамлап сыҡҡан йәштәрҙең күбеһенең һөнәре буйынса эшләмәүен йә коммерция урындарына китеүен дә әйтеп үтте. “Был һорау менән шөғөлләнербеҙ”, – тине ул. Нефть университеты студенттары йәштәргә вуз-ара осрашыуҙар ойоштороу мәсәьәләһен хәл итеүҙе лә үтенде. Республика Башлығы “Патриот” паркын телгә алды, унда лагерь ойоштороу мөмкинлеге хаҡында уйларға вәғәҙә бирҙе. Студенттар менән осрашыу ваҡытында вузда уҡығанда өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге, йәш ғаиләләргә ярҙам тураһында ла һөйләшеү булды. Сара аҙағында Радий Хәбиров йәштәргә йөкмәткеле һөйләшеү өсөн рәхмәт белдерҙе һәм йәш әүҙемселәргә “Башҡортостан Республикаһының ирекмәне” тигән почетлы билдә тапшырҙы. Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/