Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды судьяһы ярҙамсыһы Илнар Рәхмәтуллин Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, 19 сентябрҙә, махсус операция биләмәһенә юлланды. Илнар Рәхмәтуллин 2017 йылдың апреленән Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды судьяһы ярҙамсыһы вазифаһын биләй, “2-се класлы юстиция кәңәшсеһе” класс чинына эйә. Эшләгән осоронда ул үҙен белемле, компетентлы, квалификациялы белгес итеп күрһәтә. Судтың спорт һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Башҡортостан Республикаһы Юғары Судының мини-футбол буйынса командаһы ағзаһы булып тора. Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды Рәйесе Раил Шәйҙуллин Илнар Рәхмәтуллинға ҡыйыу ҡарар ҡабул иткәне өсөн хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән Башҡортостан Республикаһы Судьялар советы исеменән “Башҡортостан Республикаһы Юғары Судына 100 йыл” миҙалын тапшырҙы. Раил Шәйҙуллин Илдар Рәхмәтуллинға Ватанды һаҡлау юлында уңыштар һәм рух ныҡлығы теләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә Фото: vk.com/sudpress02
Юғары Суд хеҙмәткәре хәрби операция биләмәһенә юлланды
19 сентября 202419 сен 2024
1 мин