Өфөлә барған БДБ илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы ваҡытында “Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе: уртаҡ ҡиммәттәр һәм мәҙәниәттәр төрлөлөгө” тигән темаға фекер алышыу булды. Унда Азербайжан, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Рәсәй вәкилдәре ҡатнашты. – Форумдың Өфөлә – Рәсәйҙең йөрәге, Евразияның үҙәгендә үтеүе бик мәғәнәле. Башҡортостан – ул ҙур берләшмәнең бәләкәй күсермәһе, сөнки мәҙәниәттәр, телдәр һәм диндәрҙең диалогы – республикабыҙҙың федераль кимәлдәге генә түгел, унан ситтәге лә визит карточкаһы,– тине, осрашыуҙы асып, философия фәндәре докторы, Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина. Ул Башҡортостан милли мәғарифына оҡшаш системаның донъяла башҡа бер ҡайҙа ла юҡлығына ҡунаҡтарҙың иғтибарын йүнәтте: беҙҙә уҡытыу алты телдә алып барыла, 10 туған тел предмет булараҡ өйрәнелә, 15 йәкшәмбе мәктәбе эшләй, полилингваль мәктәптәр бар. – Башҡортостан халыҡтары асссамблеяһы бар, унда 40 милли-мәҙәни үҙ