Бөгөн һәр кем тиерлек физик күнекмәләрҙең, спорттың кеше тормошонда мөһим урын биләүен, һаулыҡты нығытыуҙа кәрәклеген, әүҙем тормоштоң мөһим икәнлеген бик яҡшы аңлай. Тиккә генә электән “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” тип әйтмәгәндәр. Ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһе көндән-көн баҙыҡлана бара. Өҫтәүенә һуңғы йылдарҙа республикала спорт объекттары күпләп төҙөлә, булғандары сынъяһау ителә. “Спорт йүнәлешендә эштәр дауам итә. Артабан да матди-техник база яңыртыласаҡ, яңы ҙур объекттар төҙөләсәк. Бассейны һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексы булмаған райондарҙа улар төҙөләсәк”, - тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Башҡортостанда төрлө саралар үткәрелә, Мәҫәлән, 21 сентябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй “Милләттәр кросы” ойошторола. Быйыл спорт байрамы “Ҡашҡаҙан” паркында була. Ғәҙәттәгесә, сарала дөйөм белем биреү ойошмаларында, лицей, гимназия, колледж, техникум һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар, төрлө ойошмалар, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм йүгереүсе һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша. Әйткәндәй,