"Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуы һәр кесаҙна өфө ваҡыты менән 13 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. Урман – тәбиғәтең иң ҙур байлығы, экологик хәүефһеҙлек нигеҙе, иҡтисадта ул халыҡ хужалығының тотороҡло килем сығанағы. Туйҙырыусы ла, кейендереүсе лә, йылытыусы ла ул. Ҡыҫҡаһы, урман – ул ерҙең йәшел ҡалҡаны. Бөгөн ағасты төҙөлөш, сәнәғәт өсөн ҡырҡабыҙ икән, урынына икене ултыртырға кәрәк, юғиһә бөгөнгө битарафлыҡ киләсәк быуын көнкүрешенә етди йоғонто яһаясаҡ. Хаталы ҡараш кешелек сәләмәтлегендә лә сағылыш табыуы ихтимал. Сәнәғәт үҫешкән дәүерҙә заводтарҙың, автомобилдәрҙең күпләп атмосфераны бысратыуынан һаҡлаусы ла ошо йәшеллек бит. Ул йәшеллек бөгөн үҙе лә яҡлауға мохтаж. Башҡортостан урман ресурстары күләме буйынса Рәсәйҙә тәүге төбәктәр исемлегендә. Республика биләмәләренең 3-тән 1 өлөшө төрлө кимәлдәге урмандарҙан тора. Ә 19 быуатта 70 процент ерҙәрҙә ағаслыҡ булған. Әлеге көндә урмандарҙың күпселек өлөшөн япраҡлы ағастар тәшкил итә. Ә төҙөлөш өсөн ҡиммәтле ылыҫлылар күләме йылдан-йы
Иҡтисади Башҡортостан - 19.09.2024 Берҙе ҡырҡһаң, икене ултырт
19 сентября 202419 сен 2024
1 мин