Яңы спорт объекты 2021 йылда “Башнефть” ярҙамында, “Башҡортостан менән “Роснефть” араһындағы килешеүгә ярашлы, төҙөлә башлағайны. Элек халҡы 40 меңдән ашыу булған ҡалала спорт комплексы юҡ ине. Яңы ике ҡатлы физкультура-һауыҡтырыу комплексында биш йөҙөү юлынан торған 25 метрлыҡ бассейн, көрәш, тренажер һәм универсаль залдар урынлашасаҡ. Төҙөүселәр тышҡы эштәрҙе тулыһынса тамамланы һәм эстәге биҙәкләү, тағы инженер селтәрҙәре эшенә тотондо. Бынан тыш, эргә-тирәләге биләмә лә төҙөкләндереләсәк. Яңы объект Благовещен кешеләрен физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итәсәк, һаулыҡ тураһында хәстәрлек артасаҡ, төрлө кимәлдәге ярыштарҙы үткәреп буласаҡ. - Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы муниципалитет өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Халыҡтың спорт менән шөғөлләнеүе, ғаилә менән ял итеүе өсөн уникаль мөмкинлек буласаҡ, - тип белдерҙе Благовещен районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Дмитрий Евлентьев. – “Башнефть” компанияһына ҙур рәхмәт. Улар ярҙамында районда йәшәүселәр күпләп йөрөйәсәк ҙур объект төҙөлә. Сығанаҡ, фото: Благовещен районы хакимиәте.