Найти тему
Башҡортостан гәзите

Конкурсҡа ғариза бир

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының ресурс үҙәге эксперттары 2025 йылдың президент грантары конкурсына проекттар әҙерләү буйынса күсмә семинарҙар уҙғара. 15 октябргә тиклем тәүге конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттарын конкурста ҡатнашыуға әҙерләү өсөн Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының аппараты ресурс үҙәге республика ҡала һәм райондарында күсмә белем биреү сараларын ойошторҙо. Был семинарҙар 19 сентябрҙә Октябрьский ҡалаһында, 25 сентябрҙә – Әбйәлилдә, 26 сентябрҙә - Илештә, 2 октябрҙә – Шишмә һәм Благовар райондарында, 3 октябрҙә Ғафуриҙа, 4 октябрҙә Сибай ҡалаһында һәм Шаран райондарында үтә. Бынан тыш, аҙна һайын Ресурс үҙәгендә ғаризалар әҙерләү буйынса консультациялар менән эксперт көндәре үткәрелә. Президент гранттарына конкурста түбәнге йүнәлештәр буйынса ҡатнашырға мөмкин: социаль хеҙмәтләндереү, граждандарҙы яҡлау һәм социаль ярҙам, граждандарҙың һаулығын һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡты яҡлау, фән, белем биреү өлкәһендә проекттарҙы яҡлау, тарихи һәйкәлдәрҙе һаҡлау, тирә-яҡ мөхитте һәм хайуандарҙы һаҡлау, йәштәр проекттарын яҡлау һәм башҡалар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президент гранттары конкурсына ғаризалар биреү әүҙемлеге буйынса йыл һайын тәүге бишәү исемлегенә инә. Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы матбуғат хеҙмәтенән.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц