Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был юл төҙөк булырға тейеш

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Өфө – Иглин – Красная Горка – Павловка трассаһында тигеҙләү ҡатламын ҡороу тамамланды. Подрядсы ойошма Иглин районында Өфө районы сигенән Иглин йүнәлешендә, шулай уҡ Меңйетәр ауылы эргәһендә дөйөм оҙонлоғо 4,6 километрлыҡ ике участкала эштәр башҡара. Тиҙҙән юлсылар асфальт-бетон япма түшәй башлай. Бынан һуң улар юл ситтәрен нығытасаҡ һәм юлға тамға яһаясаҡ. – Өфө – Иглин – Красная Горка – Павловка юлы Башҡортостандың терәк юл селтәренә инә. Был мөһим төбәк транспорт артерияһы, шулай уҡ популяр туристик маршрут. Трасса Башҡортостанда иң ҙур яһалма һыу ятҡылығына – Павловка һыу һаҡлағысына илтә. Шулай уҡ ошо йүнәлештә гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы – Красный Ключ шишмәһе урынлашҡан. Ул Рәсәйҙә иң ҡеүәтле һыу сығанағы һәм донъяла ҙурлығы буйынса икенсе урында тора. Шуға күрә әлеге юлды нормаға ярашлы хәлгә килтерергә кәрәк, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Барлыҡ эштәрҙе 2024 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. Быйыл бөтәһе 60 километрҙан ашыу терәк юл селтәре тейешле хәлгә килтерелә. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.