Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һоҡланып ҡайттылар

Стәрлетамаҡ пенсионерҙары “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм" проекты сиктәрендә “Шишмә районының изге урындары буйлап" экскурсия программаһында ҡатнашты. Программа “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” республика проектының “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты һәм “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” төбәк проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолған. Стәрлетамаҡтар Түбәнге Тирмә ауылында Визит-үҙәктә булды. Экскурсия программаһы сиктәрендә пенсионерҙар Хажи Хөсәйенбәк исемендәге мәсеткә һәм Изге Аллаһ Анаһының Успение ғибәҙәтханаһына, Еңеү паркына барҙы. Бында теүәл бер комплекс һәйкәлдәр урынлашҡан. Шулай уҡ стәрлетамаҡтар Рәсәй Федерацияһы Геройы Серафимов Максим Владимирович исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында булды. Программала ҡатнашыусылар өсөн "Партизан ауылы" буйлап экскурсия ойошторолдо. Проектта ҡатнашырға теләүселәргә https://долголетие.соцтуризмрб.рф/ сайтында теркәлергә кәрәк. Унда ҡатнашыусылар өсөн юл йөрөү бушлай, туҡланыу өсөн генә түләргә кәрәк. Бушлай сәйәхәт менән пенсионер йылына бер тапҡыр ғына файҙалана ала. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.