Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һайланған төбәк башлыҡтары менән осрашыуында ҡатнашты. 18 сентябрҙә ил Президенты Владимир Путин видеоконференция тәртибендә Берҙәм тауыш биреү көнө барышында һайланған Рәсәй төбәктәре етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. – Тәү сиратта һеҙҙе Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәре вазифаһына һайланыуығыҙ менән ҡотлайым. Һеҙгә ҡарата булған юғары ышаныс ул – туранан-тура тауыш биреү барышында ла, закондар сығарыу йыйылыштарында ла, төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең эш һөҙөмтәләрендә лә күренде. Бындай ышаныслы еңеүҙе ғәмәлдәге башлыҡтар ҙа, яңыраҡ эшкә тотонғандар ҙа яуланы, – тине Рәсәй Президенты. – Һайлауҙар асыҡ конкурентлыҡ көрәше шарттарында үтте. Һәм Берҙәм тауыш биреү көнөндә килеүселәрҙе иҫәпкә алып, тауыш биреүселәр һанының юғары булыуы тарихтағы беренсе хәл, был айырым әһәмиәткә эйә. Был юҫыҡта граждандарыбыҙ ил тормошонда, төрлө кимәлдәге власть органдарын формалаштырыуҙа ҡатнашыуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлап ҡатнашһа, заманса һайлау ойоштороу, һанлы технологияларҙы ҡулланыу тауыш биреү процесын мөмкин тиклем уңайлы итергә мөмкинлек бирә. Дәүләт башлығы, тағы ла, халыҡтың һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуы уларҙың ил яҙмышы өсөн үҙ яуаплылығын аңлауын күрһәтә, айырыуса хәҙер, Рәсәйҙең киләсәген билдәләүсе мөһим осорҙа, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Әммә йәмғиәттең хөкүмәткә, шул иҫәптән төбәк власына талаптары ла ғәҙел үҫә. Һеҙҙән ил һәм уның граждандары мәнфәғәтендә тулы һөҙөмтәле эш, кешеләр менән асыҡ, ғәҙел, даими диалогка әҙерлек, үҙ өҫтөнә алған бөтә йөкләмәләрҙе, төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә, йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән аныҡ эштәрҙе бер һүҙһеҙ үтәүҙе көтәләр, – тип билдәләне Владимир Путин. – Хәҙер яңы милли проекттарҙың – алдыбыҙға ҡуйған күләмле стратегик маҡсаттарға өлгәшеүҙең төп механизмдарының йөҙө формалаша. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙың уңышы күпселектә төбәктәрҙә эштең нисек төҙөлөүенә бәйле буласаҡ. Һалынған ресурстар кешеләргә мөмкин тиклем күберәк файҙа килтерергә тейеш. Һәм, һис шикһеҙ, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле бөтә мәсьәләләрҙе лә һеҙ шәхси контролдә тоторһоғоҙ, хөкүмәт, федераль власть органдары менән тығыҙ координацияла эш итерһегеҙ, тип иҫәпләйем. Рәсәй Президенты шулай уҡ, һәр төбәктең махсус хәрби операция барышында үҙҙәрен аямайынса Рәсәй өсөн көрәшкәндәргә ярҙам итеүгә индергән өлөшө ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6-8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын һайлау үтте. Төбәктә тауыш биреү 72,34 процент тәшкил итте, йәғни 2,1 миллиондан ашыу кеше тауыш бирҙе. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһынан тәҡдим ителгән төбәктең ғәмәлдәге етәксеһе Радий Хәбиров 80,21 процент тауыш йыйҙы. Уның өсөн 1,72 миллиондан ашыу кеше тауыш бирҙе. Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.