Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итә республика синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 17... -22 градус йылы. Кесаҙна, 19 сентябрҙә, йәнә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ республиканың төньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа. Ел төндә тотороҡһоҙ, талғын, көндөҙ көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә 2... 7 градус, урыны менән 0, -2-гә тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ 17...- 22 градус йылы. Йома, 20 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 6... 11 градус, көньяҡта 1-гә тиклем, көндөҙ 15... 20 градус йылы. Нәсих Хәлисов фотоһы.