Бөгөн “Башҡортостан” гәзите журналистары эш сәфәре менән Бүздәк районында булды. Был юлы беҙ Күҙәй ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәрҙең тормош-көнкүреше менән таныштыҡ. Күҙәй ауыл биләмәһе башлығы Рида Дауытова ауылдарҙа һуңғы осорҙа төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, халыҡтың берҙәмлеге менән ғорурланыуын белдерҙе. Уңған ғаиләләрен, йүнсел фермерҙарын, эшҡыуарҙарын күреп ауыл өсөн янып йәшәгән замандаштарыбыҙ барлығына үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Республика конкурстарын гөрләткән “Илһам шишмәһе” фольклор ансамбле йыр-моңға маһирлыҡтарын дәлилләне. Ихаталарын гөл-сәскәгә күмеп донъя көтөүселәр, төп эштәренән тыш умартасылыҡ менән шөғөлләнгән ғаиләләр ҙә һоҡланыу уятты. Бер ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәй артабан да гөрләтеп йәшәргә яҙһын күҙәйҙәргә. Улар тураһында мәҡәләләр гәзит биттәрендә донъя күрер. Автор фотолары.