Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Радий"ҙың кәйефе көр

Иртә таң булыуына ҡарамаҫтан, “Өфө-Арена” боҙ һарайы янында йәнлелек һиҙелә: бында хәрбиҙәрҙе ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң кире махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Автобус тирәләй хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары: ҡатындары, балалары, ата-әсәләре, туғандары һәм дуҫтары йыйылған. Әсәйҙәр һәм ҡатындар шым ғына күҙ йәштәрен һөртһә, балалар йүгереп йөрөп уйнаны, атайҙар ирҙәрсә кәңәштәрен бирҙе. Яугирҙәр иһә үҙҙәрен тыныс һәм ышаныслы тота. Балаларын һәм һөйгәндәрен ҡосаҡлай, бергәләп фото төшә. Улар мобилизацияланған кешеләр булып сыҡты. Майҙанда патриотик йырҙар яңғыраны. Автобусҡа ултырыр алдынан тантаналы теҙелеү иғлан ителде. Хәрбиҙәрҙе шулай уҡ Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнүр Ҡәйүмов менән Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы полковник Спартак Джикаев оҙатырға килгән ине. Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм шәхсән үҙемдең исемдән бында йыйылған барлыҡ яугирҙәргә рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Республика һәм илебеҙ һеҙҙең менән ғорурлана. Һеҙ йәнә хәрби бурыстарығыҙҙы үтәргә юлланаһығыҙ. Бында ҡалған ғаиләләрегеҙ өсөн борсолмағыҙ, улар беҙҙең ҡанат аҫтында. Беҙҙең эшебеҙ уң, һәм беҙ еңәсәкбеҙ! Барығыҙ ҙа еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ, – тине Спартак Сократович. Яугирҙәр яҡындары менән хушлашҡан арала егеттәр менән аралашып ҡалырға ашыҡтыҡ. Әллә ҡайҙан йылмайып торған егет “Радий” позывнойлы хәрби булып сыҡты. Ни өсөн ошондай ҡушамат һайланағыҙ тигәнгә ул былай тип яуап бирҙе: – Унда бик һирәктәр ҡушаматты үҙҙәре һайлай, башлыса егеттәр бирә. Беҙ МХО-ға барып етеп күп тә үтмәне, беҙҙең янға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килгәйне. Уны күргән егеттәр шунда уҡ беҙҙең ҡиәфәттә оҡшаш яҡтар тапты һәм миңә “Радий” тигән позывной йәбеште лә, – ти ул, көлөп. “Радий” мобилизацияның тәүге көндәрендә үк саҡырыла һәм сентябрь аҙағында юлға сыға. Тыуған яғында уны ғаиләһе, ата-әсәһе көтә. Унда беҙҙең башҡорт яугирҙәре ни хәлдә, тип һораныҡ унан. – Унда милләт айырыу юҡ. Бөтәбеҙҙе лә бер маҡсат берләштерә, бөтәбеҙ ҙә рустар. Рус башҡорты, рус татары, рус сыуашы... Беҙ берҙәм, – тине ул. – Тыуған яҡта шундай рәхәт. Көндәр йылы, ҡояш йылмайып тора. Яҡындар араһында ял бик тиҙ үтеп тә китте. Ҡайтҡан һайын Өфөнөң үҙгәреүен күрәм, шул тиклем матурлана, төҙөкләнә. Барыһы ла яҡшы, тыныс. Беҙҙең хеҙмәт һәйбәт бара. Оҙаҡламай еңеп ҡайтырбыҙ. Автор фотолары.