Бала саҡта яратып ҡараған “Ҡар королеваһы” әкиәтендә өҫтөнә Герданы ултыртып, Кай артынан боҙ һарайына табан елгән хуш күңелле төньяҡ боланы беҙгә, балаларға, мөғжизәле йән эйәһе кеүек кенә тойола ине. Киләсәктә был серле һаҙағайҙар иле вәкилен үҙебеҙҙә, Белорет ерендә, күрербеҙ тип кем уйлаһын?!. Уҙған йылдың көҙөндә, ҡаланан бер саҡрымдай ерҙә, “Төньяҡ боландары” исемле үҙенсәлекле этнопарк барлыҡҡа килде. Беҙҙең халыҡ өсөн төптө ят шөғөл - болансылыҡты кәсеп иткән Шығай ауылы егете Тимур ЭНИЕВ үҙенең булдыҡлылығы, оҫоллоғо менән хайран ҡылды. Башҡорт дәүләт педагогия институтыныңхудожество-графика факультетын тамамлаған һәләтле ир-егетте нимә этәргән һуң был эшмәкәрлек төрөнә? - Быға тиклем үҙемде ҡайҙа ғына һынап ҡараманым: уҡытыусы, китапхана мөдире, фермер, мебель цехы оҫтаһы... Ошо үҙ асылымды өйрәнеү, эҙләү процесында келт итеп: “Ә ниңә төньяҡ боландарын аҫрап ҡарамаҫҡа?” - тигән сәйер уй төштө бит! Интернет селтәре арҡылы мәғлүмәт туплап, был өлкәлә тәжрибәле кешеләр менән а