Өфөлә 17-19 сентябрҙә БДБ илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы бара. Ул ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға бай. Легендар спортсы, өс тапҡыр Олимпия чемпионы Ирина Роднина коллегаларыбыҙ – “Молодежная газета”ға кескәй интервью биргән, уның менән һеҙҙе лә таныштырабыҙ. СССР-ҙа тыуып-үҫкән һәр кеше фигуралы шыуыу буйынса өс тапҡыр Олимпия чемпионы Ирина Роднинаны яҡшы иҫләй. Донъяла танылған спорт йондоҙоноң ҡайһы бер ҡаҙаныштарын ғына атап китеү ҙә етә: парлап шыуыуҙа – 10 тапҡыр донъя, 11 тапҡыр Европа, алты тапҡыр СССР чемпионы... Карьераһы үҫешендә ул халыҡ-ара ярыштарҙың 24 алтын миҙалын яулаған! Донъя аренаһындағы һоҡланғыс еңеүҙәре шул тиклем күп була ки, чемпион 1998 йылда Гиннестың Рекордтар китабына ла индерелә. Спортта карьераһын тамамлағас, Ирина Константиновна сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай, хәҙер ҙә быны дауам итә. Форумдың беренсе көнөндә БДБ-ның төп дәүләт-ара премияһын – “Берләшмә йондоҙҙары”н тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Ул сәнғәт, фән һәм мәғариф өлкәһендәге
Ирина Роднина "Арт-квадрат"ты баһаланы, йәшлек сере менән дә уртаҡлашты
18 сентября 202418 сен 2024
2 мин