Ултырышта БДБ дәүләттәренең Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды идараһы рәйесе Полад Бюльбюль уғлы, Идара рәйестәше Михаил Швыдкой, Дәүләт-ара советтың башҡарма директоры АнатолийИксанов һәм БДБ илдәренең гуманитар хеҙмәттәшлек органдары вәкилдәре ҡатнашты. Фонд идараһы быйылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны һәм 2024 йылда экономияланған аҡса иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ өҫтәмә проект индерҙе. Был сара «Аҡ таяҡ» хәйриә фестивале булды, уны Диана Гурцкая фонды ойоштора. 2025 йылға Фондҡа 115 ғариза килгән, шуларҙың 54-е хупланған. Йәш ғалимдар йәнә Дубна ҡалаһындағы Нанотехнологиялар үҙәгендә стажировка үтәсәк. Билдәле фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ уларҙың йәш коллегалары «Берҙәмлек йондоҙҙары» һәм «Дебюттар берҙәмлеге» премияларына дәғүә итә ала. Йәштәр симфоник оркестры гастролгә юлланасаҡ. Минскиҙағы йәйге йәш тарихсылар мәктәбе, Санкт-Петербургта китапханаларҙың, архивтарҙың һәм музейҙарҙың тарихи мираҫын һаҡлау буйынса интеграциялы форум, Бишкәктә ҡыҫҡа метражлы фильмдар фес