1. Күҙ ҡабаҡтары шешһә. Организм шул рәүешле бөйөрҙәр эшмәкәрлеге боҙолоуын иҫкәртә. Етмәһә дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелһә, тире ағарып китһә.2. Яҡтылыҡҡа күҙ сағылһа, был дискомфорт тыуҙырһа. Иҫерткес эсемлектәр, тәмәке менән мауығыуҙы туҡтатырға кәрәк. Ҡайһы берҙә аллергия билдәһе булырға мөмкин, йыш ҡына - А витамины етешмәүенән дә. Был осраҡта күберәк кишер, сыр, помидор ашарға. 3. Күҙҙең ағының төҫө үҙгәрһә, күҙ төбөндә күк барлыҡҡа килһә. Күҙ ҡыҙарһа, ҡан баҫымын үлсәгеҙ, уның күтәрелгән булыуы ихтимал. Һарғайһа - бауыр проблемалары борсой. Күҙ төбөндәге күк йоҡо туймауҙы һәм организмдың хәлһеҙләнеүен аңғарта. Шулай уҡ йөрәк сире булыуы бар. Әгәр йөрәк һау икән, көн һайын иртән биш минут буйы сығанаҡ бармаҡ менән баҫыңҡырап күҙ тирәләй түңәрәк буйынса массаж эшләгеҙ.4. Ирен ярылһа. Ирен йә ауыҙ ситтәре ярылһа, мускулдар хәлһеҙләнһә, сәс ҡойолһа, иғтибарҙы туплап булмаһа – тимәк, организмда В2 (рибофлавин) витамины етешмәй. Йомортҡа, сәтләүек, помидор, шафталы, груша, төҫлө кәбеҫтә аш