Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Барыһы ла уңайлы мөхит өсөн!

Йыл һайын Башҡортостандың һәр муниципаль берәмегендә төбәктә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн йәмәғәт киңлектәре төҙөлә, уларҙа ремонт эштәре атҡарыла. Һөҙөмтәлә халыҡ күпләп йыйылған был урындар хәүефһеҙ, уңайлы мөхитте булдыра, заманса итә. Һуңғы биш йылда, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы, Шаран районы үҙәгендә бер нисә йәмәғәт киңлеген төҙөкләндерҙеләр. 2018 йылда Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелде – бында декоратив яҡтыртҡыстар һәм бәләкәй архитектура формалары ҡуйылды, ағастар, үҫемлектәр ултыртылды, тротуарҙар һалынды. Бер йылдан һуң “Ҡайғырыусы әсә” мемориаль комплексы үҙгәртеп ҡоролдо, эргә-тирәләге биләмә заманса үҙгәртелде. 2020 йылда ағалы-ҡустылы Звездиндар паркында ремонт эштәре атҡарылды. 2023–2024 йылдарҙа 2-се урта мәктәп эргәһендәге парк зонаһы буйынса эш башланылар. Бында хәүефһеҙ резина япмалы заманса балалар майҙансығы барлыҡҡа килде, тротуарҙар һалынды, туҡталҡа үҙгәртелде һәм башҡа эштәр атҡарылды. Сығанаҡ, фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/657829/