Йылайыр районында ”Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы яңы модулле йорттар төҙөү төбәктә автотуризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, тип хәбәр итә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. “Аҡлан” кемпингындағы алты модулле йорт 12 кешегә иҫәпләнгән. Бынан тыш, унда мунса, мангал зонаһы йыһазландырылған, юл буйындағы кафе һәм ҡунаҡ йорто төҙөлөшө тамамланыуға табан бара. Уларҙы йыл аҙағына асыу планлаштырыла. Кемпинг Өфөнән Ырымбур өлкәһенә Магнитогорск – Ира трассаһы буйлап йөрөгән автотуристарға тәғәйенләнгән. ”Йыл һайын республикабыҙ буйлап автомобиль менән сәйәхәт итергә теләүселәр һаны арта. Беҙҙең маҡсат – туристарға комплекслы хеҙмәт күрһәтеү, шулай уҡ ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы предприятиелары өсөн шарттар булдырыу”, – тип билдәләне республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. Билдәле булыуынса, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Вл