Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дүртенсе автомобиль ярҙамға килде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Раевка үҙәк район дауаханаһына яңы “Лада Гранта” автомобиле алынды. Ул милли проект ярҙамында алынған машиналарҙың дүртенсеһе инде. Машина юл йөрөү өсөн бик уңайлы, кондиционер ҡуйылған, алғы креслолар йылытыла, һыуыҡ көндәрҙә тышҡы көҙгөләрҙе лә йылытып, күреүсәнлекте яҡшыртырға мөмкин. “Хәүефһеҙлек мендәре” лә бар. – Милли проект ярҙамы һөҙөмтәһендә табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн уңайлы эш шарттары тыуҙырыла. Тимәк, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү ҙә яҡшыра,– ти Раевка дауаханаһының баш табибы Венер Иҙекәев. 2004 йылда милли проект ярҙамында республикала дүрт меңдән ашыу медицина ҡорамалы һәм 206 берәмек автотранспорт сараһы алынасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.