Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөлә һәм Минскиҙа – туғандаш райондар

Өфөнөң Совет районы һәм Беларусь Республикаһының Минск ҡалаһы Партизан районы дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырыу тураһында килешеү төҙөнө. Килешеүгә Минскиҙың 957 йыллығы уңайынан төбәк делегацияһының сәфәре сиктәрендә Башҡортостандың Белоруссиялағы Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы вәкиле Константин Климин ҡатнашлығында ҡул ҡуйылды. - Башҡортостан менән Беларусь араһында туғанлыҡ тураһында һигеҙенсе килешеүгә ҡул ҡуйыу - туғандаш республикаларыбыҙ араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға тағы бер аҙым, халыҡтарыбыҙҙың тығыҙ хеҙмәттәшлеккә ынтылыуын дәлилләй. Беҙ мәҙәни һәм социаль ғына түгел, иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә лә булышлыҡ иткән дуҫлыҡты нығытыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Ошоноң нигеҙендә тауар әйләнеше арта, яңы эш урындары булдырыла, ә беҙҙең төбәктәр инвестициялар өсөн ҡыҙыҡлыраҡ була бара, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева. Байрам хөрмәтенә ҡала ратушаһында Минск ҡалаһы башҡарма комитеты етәксеһе Владимир Кухарев Минск менән күп планлы хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтергән Беларусь баш ҡалаһының партнер һәм туғандаш ҡалалары делегациялары менән осрашыу үткәрҙе. Өфөнән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Агарагим Кагиргаджиев етәкселегендәге Өфө ҡала хакимиәте делегацияһы сығыш яһаны. Минск ҡала башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев, туғандаш ҡалалар менән бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйыу төрлө йүнәлештәрҙе үҫтереүгә этәргес бирә, тип билдәләне. - Баш ҡала үҫешенә партнер-ҡалалар ҙур өлөш индерә. Белоруссияның баш ҡалаһы иң яҡшы башланғыстарҙы үҙләштереү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашыуҙар менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ үҙенең алдынғы эштәре менән уртаҡлашырға әҙер. Беҙгә төрлө илдәрҙән партнерҙарыбыҙ килеүе ҡыуаныслы. 13 сентябрҙә Иҡтисади форум үтте, унда 29 илдән һәм Рәсәйҙең 22 төбәгенән вәкилдәр йыйылғайны. Бөгөн беҙ бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Был төрлө йүнәлештәрҙең үҫешенә этәргес бирә: сауҙа-иҡтисади, социаль, мәҙәни һәм башҡалар. Бындай килешеүҙәр артабан һәр пункт буйынса аныҡ аҙымдар яһау өсөн нигеҙ булып тора, – тип билдәләне Владимир Кухарев. Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле Константин Климин сит илдәге хеҙмәттәштәренең Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ҡыҙыҡһыныуын һәм ҡул ҡуйылған килешеүҙең юғары әһәмиәтен билдәләне. - Республикаларыбыҙ араһында хеҙмәттәшлек күптәнге тарихҡа эйә һәм иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф һәм туризмды үҙ эсенә алған өлкәләрҙең киң спектрын үҙ эсенә ала. Был килешеүгә ҡул ҡуйыу үҙ-ара хеҙмәттәшлектең яңы кимәлен билдәләй, - тине Константин Климин. Осрашыу сиктәрендә шулай уҡ Минскиҙың Пенза өлкәһе, Пермь крайы һәм Бешкәк ҡалаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәре төҙөлдө. Фото рәсми сығанаҡтан.