БДБ дәүләттәренең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фондының башҡарма директоры Анатолий Иҡсанов һүҙҙәренсә, быға тиклем форум берләшмә илдәренең баш ҡалаларында үткәрелеп килгән һәм Мәскәүҙә өс тапҡыр уҙғарылған. Быйыл иһә ул тәүге тапҡыр төбәк үҙәгендә – Өфөлә уҙа. Форумды БДБ дәүләттәренең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора. – Беҙҙе мәҙәни һәм рухи оҡшашлыҡтар күп, улар беҙҙе берләштерә. Форум беҙгә тиклем килеп еткән уртаҡ мәҙәниәтте үҫтереүгә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумды асыу тантанаһында. Форумдың төп темаһы – "Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе: мәҙәниәттәрҙең дөйөм ҡиммәттәре һәм төрлөлөгө". Унда БДБ илдәренең 200-ҙән ашыу вәкиле ҡатнаша. Фән, мәғариф һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса фекер алышасаҡ. Форум барышында БДБ илдәренең гуманитар берләшмәләре етәкселәренең о
Өфөлә БДБ илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы уҙа
17 сентября 202417 сен 2024
1 мин
