Финанс ойошмалары заманса технологияларҙы ғәмәлгә әүҙем индерә. Әммә ҡайһы бер граждандарға уларҙы үҙләштереү еңел түгел. Улар араһында оло йәштәгеләр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә бар. Быны аңлап, Рәсәй Банкы бындай клиенттарҙың мәнфәғәттәрен мутлашыусыларҙан һәм хәлде аңламау арҡаһында барлыҡҡа килгән үҙҙәренең дөрөҫ булмаған ғәмәлдәренән һаҡлау буйынса эш алып бара. Кеше, атап әйткәндә, банк иҫәбенә дистанцион инеү кәрәкме, юҡмы икәнен үҙе хәл итергә тейеш. Күп өлкән йәштәгеләр мобиль ҡушымталарҙан һәм онлайн-кабинеттан бөтөнләй файҙаланмай. Ҡушымталарҙа уҡ иҫәптәрҙе, һаҡламдарҙы һәм карталарҙы йәшерергә мөмкинлек биргән опция ҡулланырға кәңәш ителә, шул рәүешле сит кеше иҫәптә күпме аҡса булыуын күрмәй. Бынан тыш, клиент операциялар параметрҙары буйынса сикләүҙәр ҡуйыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш: күсергән аҡса суммаһы, алыусылар һаны һәм исемлеге. - Рәсәй Банкы махсус рәүештә оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн финанс ойошмаларына «икенсе ҡул» сервисын индерергә