ТУРИЗМ Бөгөнгө заманда күптәр тыуған төйәктә ял итеүҙе хуп күрә. Үҙебеҙҙең төбәктә лә йәмле тәбиғәт урындары аҙ түгел. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туризм үҫеше туристарға уңайлы ял урындарын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Йәрмәкәй районының Иҫке Турай ауылында урынлашҡан “Новый мир” глэмпингынан кеше өҙөлмәүе лә был тарафта туризм йәһәтенән ыңғай шарттар булдырылыуы тураһында һөйләй. Ғаилә менән эшҡыуарлыҡты үҫтерәләр “Новый мир” глэмпингын ғаилә бизнесы тиһәк тә дөрөҫ булыр. Эшҡыуарҙар Әлфиә менән Динар Ишмөхәмәтовтар тырышлығы менән барлыҡҡа килә ул. Глэмпинг Иҫке Турай ауылында, Ҡыҙаш йылғаһы буйында, йәмле тау итәгендә урынлашҡан. 12 кешегә иҫәпләнгән өс ҡатлы йортта ял итеүселәргә барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Шулай уҡ мунса уңайлылығынан да файҙалана алалар. Глэмпинг быйыл ғына асылһа ла, эштәре ыңғай бара. Ишмөхәмәтовтарҙың тамырҙары ла ошо ауылдан булып сыҡты. – Йорт төҙөп, глэмпинг булдырыу тураһындағы идея күптәндән барлыҡҡа килһә лә, пандемия арҡаһында ул тотҡарланды. С