Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кемдәр еңеүсе булды?

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн “Үҙеңде еңеү” тигән фестиваль булды. Уны Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе ойошторҙо. Сарала республика ҡалаларынан һәм райондарынан 25 команда составында 130-ҙан ашыу спортсы ҡатнашты. Улар йөҙөү һәм еңел атлетика, дартс, өҫтәл теннисы һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса үҙ көсөн һынаны. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Рәсәй инвалидтар спорты союзы президенты Флүр Нурлығаянов һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе етәксеһе Олег Ротов сәләмләне. “Күпләп кеше ҡатнашҡан сараларҙан тыш спортты күҙ алдына килтереп булмай, - тине Флүр Нурлығаянов. – Фестиваль ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығын раҫланы. Спорттың һәр кем тормошонда ҡалыуы һәм һау булырға ярҙам итеүе мөһим”. Олег Ротов һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе күпләп спорт күнкмәләренә йәлеп итеүҙең төп маҡсаттарҙың береһе икәнлеге тураһында әйтте. “Спорт – реабилитациялауҙың төп элементы. Бындай форматтағы фестивалде беренсе тапҡыр үткәрәбеҙ һәм унда ҡатнашҡан һәр кемдең иң ҡатмарлыһы үҙеңде еңеү икәнлеген аңлауына өмөт итәбеҙ”, - тине Олег Ротов. Фестивалдә беренсе урынды Стәрлетамаҡ командаһы яуланы. Икенсе урынға – Салауат ҡалаһы һәм өсөнсө урынға Салауат районы командалары сыҡты. Сығанаҡ, фото: Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе.