Бөгөн форум тарихында ғына түгел, Башҡортостан тарихында ла яңы бит асыла. 17-19 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре ижади һәм фәнни интеллигенцияһының XVII форумы үтә. Форумда ҡатнашыусылар үҙ-ара гуманитар эш итеү өлкәһендәге мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Әлбиттә, бындай халыҡ-ара кимәлдәге ижади форумды, ғәҙәттәгесә, үҙебеҙҙең, Башҡортостандың күренекле оҫталарының, һөнәрселәренең ҡул эштәре биҙәй. Шундай оҫталарыбыҙҙың береһе, милли орнаментлы көнкүреш кейемдәре етештереп, бренд булдырыусы Әлфиә Хамматова: - Бөгөнгө форумда ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Беренсенән, беҙ төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтарға үҙебеҙҙең ҡул эштәребеҙҙе күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, ә ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә лә уртаҡлашабыҙ. Үҙебеҙҙең мәҙәниәттәребеҙҙәге, костюмдарыбыҙҙағы оҡшашлыҡ тураһында әңгәмәләштек. Ошондай ҙур форумдарҙа халыҡтарҙың берҙәмлеге, үҙ-ара мөнәсәбәте, берҙәмлеге күренә, – тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Сара сиктәрендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Бе