Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡыусылар үҙ өлөшөн индерә

Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылынан Рәсәй Мәғариф министрлығының “Балалыҡ навигаторҙары” проектында ҡатнашыусы әүҙем уҡыусылары, шулай уҡ йәш натуралистар директор кәңәшсеһе менән бергә юннаттар осрашыуҙары сиктәрендә “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылды. Сара "Экология" милли проекты маҡсаттарына ярашлы уҙғарылды. Балалар Еңеү паркында йүкә үҫентеләре ултыртты. Уҡыусылар Әңгәсәк ауыл биләмәһе башлығы Нәфғәт Камилйәновҡа акцияла ҡатнашҡаны, ярҙам иткәне, мәктәп директоры Фәнил Закировҡа һәм ошо сарала ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Ағас ултыртыусылар, был ағастар тамыр йәйер һәм ауыл халҡын ҡыуандырыр, тип өмөтләнә. "Ағас ултыртыу – ысынлап та, изге һәм мөһим эш. Ул тирә-яҡ мөхиткә генә түгел, кешеләргә лә файҙа килтерә, һауа сифатын яҡшыртыуға, биотөрлөлөктө һаҡлауға һәм уңайлы мөхит булдырыуға булышлыҡ итә. Уҡыусыларға ағас ултыртыу – бөгөнгө көнгә индергән өлөш кенә түгел, ә киләсәк өсөн оҙайлы ваҡытлы именлек тә. Берләшегеҙ һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ!” – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Дүртөйлө районында “Балалыҡ навигаторы” проектының муниципаль координаторы Гөлнара Яппарова. 2024 йылдың 31 авгусынан 5 октябренә тиклем Дүртөйлө районында республика экологик өмәләре һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһы уҙғарыла. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.