Йәш ғалимдар клубының тәүге көҙгө ултырышы Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында үтте. Сара «Фән һәм университеттар» милли проекты (национальный проект «Наука и университеты») маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығынан. Осрашыу барышында ҡатнашыусылар коммуникациялар өлкәһендә «Фәнни открытка» яңы флагман проектын булдырыу тураһында фекер алышты. Ул башҡа ғәҙәти аралашыу һәм белемде үҫтереү алымдарына үҙенсәлекле альтернатива буласаҡ, тип күҙаллана. Әле проект әҙерләнә. Идея авторҙары фекеренсә, ул ғалимдарҙың асыҡлығын һәм формаль булмаған аралашыуын күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Башланғысты ҡулланылышҡа уңышлы индергәндән һуң уны Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр. Йәш ғалимдар клубы Башҡортостанда 2024 йылдың февралендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ойошторолған. Ойошманың маҡсаты – республиканың төрлө университеттары һәм ойошмалары йәштәрен, аспирантт