Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр йыйылды

Өфөлә 200-ҙән ашыу эшҡыуарҙы һәм үҙмәшғүлде йыйған “Бизнес эшлә“ эшҡыуарлыҡ интенсивы үтте, тип хәбәр итә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. – Төбәктә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының әүҙем тормошҡа ашырылыуы үҙ емештәрен бирә. Бөгөн Башҡортостанда эшҡыуарҙар һаны тотороҡло үҫә. Бының өсөн дәүләт ярҙамы саралары ла мөһим роль уйнай. Бизнес-берләшмәгә был мөмкинлектәр тураһында даими хәбәр итергә һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ошондай саралар ойошторорға кәрәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. Панель дискуссияһы форумдың төп ваҡиғаһы булды. Ҡатнашыусылар өҙлөкһөҙ уҡытыуҙың һәм үҙгәреүсән баҙар шарттарына яраҡлашыуҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып, үҙҙәренең уңыш тарихтары менән уртаҡлашты. Бәләкәй һәм урта бизнесты дәүләт яғынан яҡлауға айырыуса иғтибар бүленде. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре. Фото: biznestur.bashkortostan.ru