Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Туймазылар “IT-куб“лы булды

“Мәғариф“ милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите“ федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһында “IT-куб“ балаларға һанлы белем биреү үҙәге асылды. Был хаҡта Туймазы районы хакимиәте хәбәр итә. Үҙәкте булдырыуҙың маҡсаты – һанлаштырыу өлкәһендә компетенцияларҙы үҫтереүҙе тәьмин иткән мөхит булдырыу. Уҡыусылар заманса мәғлүмәт технологияларын, яһалма интеллектты, ҙур мәғлүмәттәрҙе һәм программалауҙы өйрәнәсәк. Үҙәк дөйөм хаҡы 20 миллион һумдан ашыу булған интерактив ҡорамалдар, 3D-сканерҙар һәм принтерҙар, робот техникаһы буйынса компьютерҙар һәм комплектлаусылар менән йыһазландырылған. Аҡса федераль бюджеттан бүленгән. – 1-се гимназиялағы “IT-куб“та Туймазы ҡалаһының һәм Туймазы районын мәктәптәренең уҡыусылары шөғөлләнә ала. Үҙәктә белем алыу балаларыбыҙға белемдәрен һәм оҫталыҡтарын киңәйтергә, шулай уҡ илдең алдынғы техник вуздарына инеүгә әҙерләнергә ярҙам итәсәк, – тип хәбәр итте Туймазы районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Чернова. Билдәле булыуынса, "Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: bash.news