Башҡортостан Рәсәйҙең бүтән субъекттарына һәр йәһәттән дә өлгө булып тора. Төҙөлөш тармағы тиһеңме, агросәнәғәт комплексы булһынмы, һаулыҡ һаҡлау йүнәлешеме, бүтән өлкәләрҙе телгә алыу артыҡ, республикабыҙҙа бөтә яҡлап та алға китеш күҙәтелә. Форсаттан файҙаланып, күп фатирлы йорттарҙағы подъездарына һуғылдыҡ. Ысынлап та, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡтың йәшәйешенә уңайлыҡтар тыуҙырыуға һәр ваҡыт етди ҡараны, әле лә ошо йүнәлештә уй-маҡсаттарҙы бойомға ашыра. – Кешенең кәйефе нимәгә бәйле булыуы тураһында йыш ҡабатлайым, – тине Өфө районында ойошторолған семинар-кәңәшмәлә сығыш яһағанда республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Әйтәйек, ул иртәнсәк бысраҡ подъезға сыҡты, ти, унан ихатаға юл тотто, бында ла тубыҡтан батҡаҡ, билдәле, уның кәйефе шунда уҡ төшә. Ә бына әгәр ҙә тәҙрә төптәрендә сәскәләр күҙҙең яуын алып ултырған, стеналарға матур һүрәттәр төшөрөлгән, бер һүҙ менән әйткәндә, шундай күркәм подъезға килеп инеү – бөтөнләй бүтәнсә. Беҙгә уңайлы мөхит булдырыу кәрәк, иң мөһ
