Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Тәнзилә Үҙәнбаева ни өсөн сәхнәнән киткән?

– Инде байтаҡ йылдар була­саҡ йырсыларға белем бирә, вокал оҫталығына өйрәтәһегеҙ. Сәхнә һағындырамы?

– Сәхнәне йәшлек биҙәй. Оло­ғайғас, унда сығыш яһап йөрөү бик мөһим түгел, тип иҫәпләйем һәм ва­ҡытында киттем, тип ҡыуанам. Сәхнәлә рәхәтләнеп йырлап йөрө­гәндә үк уҡытырға саҡыра торған­дар ине, шуға ла 50 йәшем тулып, ижад кисәһен үткәргәс тә сәнғәт училищеһына уҡытырға киттем, һәм быға һис тә үкенмәйем. Инде 20 йыл йәштәр менән эшлә­йем, шуның менән бәхетлемен. Башта сәхнәне ныҡ һағындым, хатта төштәремә инер ине. Унда йә сәхнә кейемен таба алмай, йә башҡа нәмәгә ныҡ ҡайғырам икән, тип күрә торғайным.

Филармонияла эшләгәндә лә Өфөнөң Ғәзиз Әлмөхәмәтов исе­мен­дәге республика гимназия-интернатында уҡытып йөрөнөм. Артабан йыр сәнғәтендә юлын дауам иткән Фәриҙә Ғаззалова, Салауат Мөхәмәтйәров, башҡа бихисап йәш башҡарыусыларға һабаҡ бирҙем. Уҡыусыларым менән ғорурланам, уңыштарында күпмелер өлөшөм булғанға ҡыуанам.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА