Стәрлетамаҡтағы “Содовик” паркы – республикала йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртеп ҡороуға сағыу миҫал. Бында реконструкция эштәре 2019 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә башҡарыла. Төҙөкләндереү өсөн объектты ҡала халҡы тауыш биреү юлы менән үҙҙәре һайлаған. Яңы фонтандар, аллеялар һәм юлдар, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары, заманса күренештәр һәм төрлө аттракциондар – быларҙың барыһы ла биләмәгә яңы һулыш өрә, халыҡ күңеленә хуш килә. Паркта ҡалаға нигеҙ һалыусы Савва Тетюшевтың тәүге скульптураһы ла ҡуйылған. Императрица Екатерина II указына ярашлы, тап сауҙагәр Тетюшев тоҙ пристанен Ашҡаҙар йылғаһындағы өйәҙ ҡалаһы итеп үҙгәртә. 2019 йылдан алып Башҡортостанда федераль проект буйынса барлығы 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Республика ҡалалары һәм ауылдарында уңайлы мөхит булдырыу өҫтөндә эш дауам итә. 2024 йылда тағы 123 майҙансыҡ тәртипкә килтереләсәк.