Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһы тураһында фекер алыштылар. Кәңәшмә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров етәкселегендә райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында үтте. Республикала һәм илдә төбәк операторҙарына ҡағылған мәсьәләләр йыш ҡына ҡуҙғатыла. Шуның менән бәйле август айынан алып ил төбәктәренең һәм төбәк операторҙарының эшен баһалауға ҡараш үҙгәрҙе. Хәҙер баһа ун күрһәткес буйынса үткәрелә. Тотороҡлоҡтоң өс төркөмө билдәләнә: юғары, уртаса һәм хәүеф зонаһы. Андрей Назаровтың билдәләүенсә, республика төбәк операторҙары эшмәкәрлеге буйынса “юғары тотороҡлоҡ” зонаһында. Шул уҡ ваҡытта “Эко-Сити” компанияһы Волга буйы федераль округы төбәк операторҙары араһында түләүҙәр йыйыу буйынса “тотороҡлоҡтоң уртаса төркөмөнә” ҡарай. “Ошо хәлгә бәйле, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына бөтә күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн төбәк операторҙары менән эште ойоштороуҙы һорайым”,
Баҡса ширҡәттәрендә ҡаты ҡалдыҡтарҙы туплау мәсьәләһе ҡаралды
16 сентября 202416 сен 2024
1 мин