16 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә уҙғарған оператив кәңәшмәлә спорт һәм физик культура өлкәһендә дәүләт социаль заказын үтәү мәсьәләһе тикшерелде. 2022 йылдан был программа сиктәрендә төрлө спорт төрҙәре, шул иҫәптән йөҙөү, художестволы һәм спорт гимнастикаһы, хоккей, самбо, теннис һәм башҡа дисциплиналар буйынса әҙерлек хеҙмәттәре күрһәтелә. Социаль заказдың тәүге йылында Башҡортостанда спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны 15,4 процентҡа артҡан. 2023 йылда был күрһәткестең – тағы ла 13,5 процентҡа, ә быйыл 17,7 процентҡа артыуы күҙәтелә. Программала конкурс нигеҙендә коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған спорт ойошмалары ҡатнаша ала, был юғары кимәлдәге хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, Башҡортостан федераль проекттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Улар иҫәбендә – дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында яңы спорт объекттары төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан «Бизнес-спринт» программаһы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республикала «Бизнес-спринт» программаһы буйынса Өфөлә
Спорт һәм физик культура һәр кемгә барып етергә тейеш
16 сентября 202416 сен 2024
2 мин