Башҡортостанда биш йыл эсендә төп капиталға инвестициялар күләме дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән күпкә юғары. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса ул 620 миллиард һум тәшкил итә. Был хаҡта республиканың беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов хәбәр итте. – 2024 йылдың тәүге ярты йылын 273 миллиард һум инвестициялар күләме һәм 126 процент үҫеш темпы менән тамамланыҡ, дөйөм Рәсәй динамикаһын 2,5 тапҡырға тиерлек уҙып киттек, – тип белдерҙе Рөстәм Моратов. – Иҡтисадтың 19 төп тармағының 15-ендә ыңғай динамика күҙәтелә, йәғни дөйөм инвестициялар күләменең яҡынса 73 проценты менән тап килә. Был тәү сиратта транспорт һәм һаҡлау, эшкәртеү производстволары, нефть эшкәртеү һәм машиналар эшләү комплексы предприятиелары, аҙыҡ-түлек етештереүселәр һәм ауыл хужалығы. Биләмәләр буйынса ҡарағанда, беренсе ярты йылда инвестициялар үҫешен 27 муниципалитет тәьмин итте. Алдынғылар иҫәбендә – Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Ауырғазы, Хәйбулла һәм Бәләбәй райондары. Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы, дөйөм алғанда, төбәктең инвестиция портфелендә 1,3 триллион һумға яҡын суммаға 2,2 мең проект иҫәпләнә, тип билдәләне. Республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә 876 миллиард һумға 375 башланғыс ҡарай. – Уҙған йылда үткәрелгән инвестиция ҡануниәтен либерализациялау һөҙөмтәһендә хупланған проекттар һанын биш тапҡырға тиерлек арттырыу мөмкин булды. Уның сиктәрендә инвестор тәҡдим иткән документтар күләмен алты тапҡырға һәм преференциялар биреү тураһында ҡарарҙар ҡабул итеү оҙайлығын ике тапҡырға кәметтек, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Моратов. Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында юғары позицияларҙы нығытыу өсөн Башҡортостан Төбәк инвестиция стандарты элементтарын үҫтереүен дауам итә. 2024 йылда республика инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттары менән кире бәйләнеш механизмын булдырыу буйынса пилот проектына инде. Ә сентябрҙә Башҡортостан инвесторҙың клиент юлын артабан камиллаштырыу һәм оптималләштереү маҡсатында проектты тормошҡа ашырыу планлаштырылған Рәсәйҙең 12 төбәгенең береһе тип табылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең идара итеү командаһы алдында 2030 йылға төп капиталға инвестициялар күләмен 1,25 триллион һумға еткереү бурысы тороуы хаҡында иҫкә төшөрҙө. – Динамика йәһәтенән дә, инвестициялар йәлеп итеү күләме буйынса ла бик яҡшы күрһәткестәр. Республикаға ышаныусы инвесторҙарға рәхмәт, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хәҙер тупланған темптарҙы һаҡлап ҡалыу һәм алға барыу ҙур оҫталыҡ талап итә. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.