(6+) 2024 йылда Чемпионат тәүгә ике дисциплина буйынса үтә: «Роботтар һуғышы» -110 килограмға тиклем ауырлыҡтағы робот менән бөтә йәштәге ҡатнашыусылар өсөн һәм «Мини-роботтар һуғышы” -1,5 килограмға тиклем ауырлыҡтағы робот менән 10-17 йәшлек ҡатнашыусылар өсөн. Чемпионаттың беренсе һайлап алыу этабы 28 сентябрҙә «ЦСКА Арена» спорт комплексы биләмәһендә үтә. Беренсе этапта Рәсәй, Белоруссия, Бразилия, Һиндостан, Иран һәм Ҡытайҙан 48 команда ҡатнаша. Сара программаһында ике шоу ҡаралған: көндөҙгө (12:00 сәғәттән 15:20 сәғәткә тиклем) һәм киске (17:00 сәғәттән 19:20 сәғәткә тиклем). Интернет селтәрендә Чемпионаттың тура трансляцияһын түбәндәге һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/video-219465931_456240156
Роботтар һуғышы буйынса Халыҡ-ара чемпионаттың яңы миҙгеле башлана
16 сентября 202416 сен 2024
~1 мин